Өфөлә кварталдар араһындағы юлдарҙы төҙөкләндереү башланды

Юлсылар әле Софья Перовская урамында эшләй. Оло юл менән йорттар араһындағы был участкаларҙы ремонтлау ҡала ҡарамағында. Быйыл июндә ҡалаға был маҡсатта яңы техника һатып алынған. Киров районында ошондай туғыҙ участкаға ремонт талап ителә. Ә һәр районда 7-8 объект булыуын иҫәпкә алғанда, эш күләме ҙур. 800 метр тирәһе араны ҡеүәтле техника ярҙамында өс көндә теүәлләү ҡаралған.

Ике – ҙур һәм бәләкәй фреза, ике каток, асфальт һалыусы менән эшләйбеҙ. Төҙөкләндереү һуңыраҡ башланды, әлбиттә, сөнки яңы техника килеүен көттөк.

Илдар Уразбахтин, яһалма ҡоролмаларҙы төҙөү һәм ремонтлау идаралығы директоры урынбаҫары
Фото №1 - Өфөлә кварталдар араһындағы юлдарҙы төҙөкләндереү башланды

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ