Уның сиктәрендә Өфөлә яңы мобиль сүп айырыу линияһы эшләй башланы. Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ яңы мобиль линияны республиканың 14 муниципалитетында урынлаштырасаҡ. Яңы Черкассыла тәүге линия эшләй башланы ла инде. Ҡаты ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙәге был яңы ысулды ҡулланыу коммуналь хеҙмәттәргә урындарҙа сүпте тиҙ арала, ҙур күләмдә айырырға һәм төпкөл участоктарҙа ла һөҙөмтәле эшләргә булышлыҡ итәсәк.
Был комплекс еврофура ярҙамында транспортировкалана. Сүп айырыу линияһының етештереү ҡеүәте йылына 55 мең тонна. Комплекс 16 сәғәт эсендә ҡорола. Ҡаты ҡалдыҡтарҙы уңайлы итеп тейәү өсөн транспортер ҡулланыла. Конвейерҙың ҡабул итеү бүлегендә махсус уйымдар бар. Биш метрлы сепараторҙа ҡаты пакеттарҙы киҫеү өсөн үткер бысаҡтар ҡуйылған, сүп бункер стеналарына йәбешеп ҡалмаһын өсөн вибратор ярҙамында ҡуптарыла.
Гүзәл Борханова.




