Сара ошо шәмбе көнө Сибайҙа үтәсәк.
Шәмбе Сибайҙа быймалар байрамы уҙасаҡ, тип хәбәр итә «Атайсал» гәзите.
17 февраль көнө ҡаланың үҙәк майҙанында күңелле уйындар ойоштороласаҡ. Тик бер иҫкәрмә бар: байрамға быйма кейеп килгәндәрҙе генә индерәсәктәр.
Ойоштороусылар мини-футбол, хоккей, арҡан тартышыу, шулай уҡ 1 саҡрымға йүгереү буйынса ярыштар уҙғарырға ниәтләй. Сара һуңына быйманы араға ырғытыу уйыны ла ҡаралған. Еңеүсегә өр-яңынан матур һәм йылы быйма тапшырасаҡтар.
Байрам көндөҙгө сәғәт икелә башлана.




