Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы йәнә рейдҡа сыға

Күләмле профилактик саралар йоманан башланып ял көндәре лә дауам итәсәк. Инспекторҙар башлыса тиҙлекте арттырыу һәм ҡаршы һыҙатҡа сығыу осраҡтарын иҫкәртәсәк. Шулай ҙа иң ҙур иғтибар эскән килеш руль артына ултырыусыларға.

Рейд халыҡ күпләп ял иткән урындар буйлап та үтәсәк. Инспекторҙарҙың ҡайһы тарафтарға юлланыуы алдан иғлан ителмәй.

Фото №1 - Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы йәнә рейдҡа сыға

Айнур Кәбиров.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ