Һауын көтөүен ике тапҡырға, йәғни 1200 һыйырға тиклем арттырырға

Бындай маҡсатты Саҡмағош районының «Октябрь» ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе ҡуя. Әҙер проектты Альбирт Мусин инвестиция сәғәте сиктәрендә республика етәксеһенә тәҡдим итте. Хужалыҡты модернизациялау йылына 8 мең тоннанан ашыу һөт етештереүсе заманса комплекс төҙөүҙе күҙаллай.

Проектты өс этапта 2023 йылға тиклем тормошҡа ашырыу планлаштырылған. Бының өсөн 500 миллион һум аҡса талап ителә. Яңы комплекс силос-сенаж һаҡлау урындары, ҡатнаш мал аҙығы заводы, шулай уҡ  техника һәм ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Инвестиция сәғәте сиктәрендә был проект хуплау тапты, сығымдарҙың бер өлөшө компенсациялана.

«Октябрь» кооперативы 2006 йылда ойошторола. Хужалыҡ һөт, ит етештереү һәм уны һатыу менән шөғөлләнә, иген һәм техник культуралар үҫтерә. Бында ике мең самаһы эре мал иҫәпләнә. «Октябрь» ауыл хужалығы кооперативы «500 ферма» программаһында ла ҡатнаша. Йыл һайын иҫке малсылыҡ объекттары, келәттәр яңыртыла.

Фото №1 - Һауын көтөүен ике тапҡырға, йәғни 1200 һыйырға тиклем арттырырға

Әлфинә Килдейәрова.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ