Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө буйлап эш сәфәре менән йөрөнө

Кисә, 7 августа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө буйлап эш сәфәре менән йөрөнө. Ул социаль һәм спорт объекттары төҙөлөштәрен, ихата биләмәләрен төҙөкләндереү барышын ҡараны, баш ҡаланың үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Быйыл 30 июлдә Радий Хәбиров Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары менән осрашҡан саҡта Свято-Пантелемон сиркәүе өлкән священнигы Виктор Иванов «Александр Невский» православ хәрби-патриотик клубы эшмәкәрлеге тураһында һөйләгәйне. Ул сиркәү янында 2002 йылдан алып эшләй, унда 90 үҫмер йөрөй. Төп шөғөлдәре булып дөйөм физик әҙерлек, көрәш, парашют менән һикереү, хәрби ялан походтары тора. Тик клубҡа үҙ спорт залы етмәй, ә Черниковкала булғанында урын әҙ. Ул саҡта Башҡортостан Башлығы был мәсьәләне хәл итергә вәғәҙә биргәйне.

Башҡортостанда «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйылыр урын өсөн онлайн-тауыш биреү дауам итә. Ул 13 сентябргә тиклем барасаҡ, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Монумент һигеҙ ҡырыйлы колоннанан торасаҡ, ә өҫтөндә алтындан ялатылған Өфө гербы ҡуйыласаҡ. Һәйкәлдең оҙонлоғо 20 метр булыр тип күҙаллана. Уның авторы – Константин Донгузов менән Дамир Мәғәфүров.

Стеланы ҡуйыуҙың мөмкин булған урындарының береһен Радий Хәбиров ҡараны. Был Еңеү паркы ҡаршыһындағы аллеяға инеү урыны. Идея авторҙары фекеренсә, был урын бик яҡшы буласаҡ. Тик төбәк етәксеһе әлегә ҡабаланмай торорға һәм тауыш биреү һөҙөмтәһен көтөп алырға ҡушты.

Еңеү паркында Башҡортостан Башлығы десантниктарға ҡуйыласаҡ 11 метрлыҡ һәйкәл янында ла булды. Буласаҡ монументтың эскизын 30 июлдә проект етәксеһе Рифат Хәйретдинов тәҡдим иткәйне. Уны 2021 йылда, Һауа-десант ғәскәрҙәренең 91 йыллығында асыу күҙаллана.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, парктар кешеләрҙең йыйылыу урыны булырға тейеш, ул баш ҡала мэры Өлфәт Мостафин менән ҡаланың парк биләмәләрен төҙөкләндереү мәсьәләһен тикшерҙе.

Артабан төбәк етәксеһеТыныслыҡ урамында урынлашҡан «Китап» бизнес-үҙәгендә булды. Былтыр майҙа бында «Минең бизнес» офисы асылды, унда эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамы төрҙәре буйынса «бер тәҙрә» принцибы буйынса консультациялар ала ала. Шулай уҡ «Китап»та «Киләсәк формулаһы» коворкинг үҙәге, университеттың «Ҡайнау нөктәһе», «Аврора» таланттар үҫеше үҙәге урынлашҡан.

Бинаның башҡа яғында ремонт яһала. Ул тамамланғас бында бизнес-инкубатор, йәштәрҙең инновациялы ижады үҙәге, халыҡ кәсептәре, социаль эшҡыуарлыҡ үҙәктәре асыласаҡ. Шулай итеп бында йәштәргә тәғәйенләнгән күп функциялы йәмәғәт биләмәһе барлыҡҡа киләсәк.

– Бөтәһенә лә билдәле «Китап» Инновациялы эшҡыуарлыҡ йортона әйләнәсәк. Был бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеүҙең ҙур үҙәге буласаҡ. Әле беҙ уны төҙөкләндерәбеҙ, бөтәһе лә матур булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.

Сипайлово биҫтәһендә «Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә Набережная урамындағы өс һәм Ю. Гагарин урамындағы ике йортта ихаталарҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланыу өҫтөндә. Бында әле асфальт түшәлгән, тротуарҙар, йәйәүлеләр һуҡмаҡтары ремонтланған. Хәүефһеҙ балалар майҙансыҡтары, эскәмйәләр урынлаштырылған. Газондар эшләнгән, видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған. Эштәрҙең дөйөм хаҡы – 35 миллион һум тәшкил итте.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин белдереүенсә, төҙөүселәр был эшкә бөтә яҡлап та ҡараған, улар яңы балалар баҡсаһы биләмәһен һәм «ҡыҙыл һыҙатты» ла тәртипкә килтергән.

Радий Фәрит улы матур һәм заманса урын килеп сыҡҡанын билдәләне. Тик бында спорт майҙансығы етмәүен әйтте һәм уны ҡуйыу мөмкинлеген табырға ҡушты.

Артабан Радий Хәбиров һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге проектын тормошҡа ашырыу менән танышты. Уны Киров районында «Салют» шифахана-һауыҡтырыу лагеры базаһында төҙөкләндерәләр.

Учреждениены реконструкциялауҙың беренсе этабы йыл башында башланғайны. Төҙөүселәр белдереүенсә, корпус плитәләрҙең бер өлөшө авария хәлендә һәм нығытыуҙы талап итә. Шулай уҡ өлөшләтә кирбес һалынған ерҙе лә яңыртырға кәрәк. Лагерь биләмәһендә балалар уҡыу үҙәге өсөн яңы корпус та һаласаҡтар.

– 2022 йылда был проектты тамамларбыҙ тип ышанам. Ул беҙҙең «үҙенсәлекле» балаларыбыҙ өсөн төрлө яҡлап үҫешергә бик кәрәк. Киләсәктә Алкино һәм Красноусолдағы балалар һауыҡтырыу шифаханаларына иғтибар итергә кәрәк. Был бик шәп объекттар, тик уларҙы яңыртырға кәрәк. Бының өсөн аҡсаны беҙ һәр ваҡыт табасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. 

Киров районында Радий Фәрит улы гимнастика буйынса Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү майҙансығында булды.

Яңы спорт объектында гимнастика һәм күнекмәләр залдары, конференц-биләмәгә әйләндереп була торған күп функциялы хореография залы, ҡунаҡхана, спортсылар, тренерҙар, табиптар, администраторҙар өсөн ярҙамсы биналар буласаҡ.

Былтыр йыл аҙағында был 794 миллион һумлыҡ проектҡа Башҡортостан Хөкүмәте һәм Рәсәй Спорт министрлығы килешеүе нигеҙендә федераль бюджеттан 450 миллион һумлыҡ субсидия бирелде. Әле бында нигеҙ һалыу һәм тимер-бетон конструкцияларҙы урынлаштырыу менән шөғөлләнәләр. 2021 йылда комплекс уҡытыу һәм спорт сараларын үткәреү өсөн үҙ ишектәрен асасаҡ.

Фото №1 - Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө буйлап эш сәфәре менән йөрөнө

Айнур Кәбиров.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ