Юл-транспорт ваҡиғаһы Ҡулса һәм Азатлыҡ урамдары киҫелешендә теркәлгән. Хюндай Солярис менән идара иткән 29 йәшлек егет, светофорҙың йәшел утына юл аша сығып барған ирҙе бәрҙергән. Йәйәүле тән йәрәхәттәре менән дауханаға оҙатылған.
Ваҡиға урынына килеп еткән полиция хеҙмәткәрҙәре водителгә алкотестерҙа тикшереү үткәргән. Машина йөрөтөүсенең эскән булыуы асыҡланған. Уҙған аҙнала Башҡортсотанда 90 юл ҡазаһы теркәлгән. 17 кеше һәләк булған, йөҙҙән ашыуы йәрәхәтләнгән





