Юл транспорт ваҡиғаһы Ҡулса һәм Азатлыҡ урамдары киҫелешендә теркәлгән. Хюндай Солярис менән идара итеүсе 29 йәшлек егет, светофорҙың йәшел утына юл аша сығып барған ирҙе бәрҙергән.
Йәйәүле тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынына килеп еткән полиция хеҙмәткәрҙәре водителде алкотестерҙа тикшереү үткәргән. Һөҙөмтәлә машина менән идара итеүсенең спиртлы эсемлектәр ҡулланыуы асыҡланған.
Рафиҡ Әхмәтшин.




