Ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә йылға-күлдәр ярҙарынан сыҡты

Ғәҙәттән тыш хәл уҙған ял көндәрендә Йылайыр районы Юлдыбай ауылында теркәлгән. Ауыл уртаһынан аҡҡан Ҡара көрән йылғаһының ташыуына бәйле, тиҫтәләп йорт-ҡура зыян күргән.

Әлеге ваҡытта төбәктә ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса урындағы халыҡ өмәгә сыҡҡан. Ауыл халҡы әйтеүенсә, Ҡара көрән йылғаһының һуңғы тапҡыр ярҙарынан сығыуы бынан 15 йыл элек күҙәтелгән. Уға ла шулай уҡ, ҡойма ямғырҙар сәбәпсе булған.

Фото №1 - Ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә йылға-күлдәр ярҙарынан сыҡты

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ