Башҡорт балын Фарсы ҡултығы илдәренә, Америка, Африка һәм Японияға экспортлау мөмкинлеге ҡарала

Бының өсөн татлы ризыҡтың составын тикшереү мотлаҡ. Шишмә ауылындағы Рәсәй ауыл хужалығы идаралығы ҡарамағындағы һынау үҙәгендә ҡортсолоҡ продукцияһын антибиотиктарға һәм башҡа ҡатнашмаларға тикшереүҙәр үтә. Экспортҡа ебәреләсәк башҡорт балының сифаты тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Пробиркаларға алынған бер нисә тамсы бал уның составын тулыһынса асыҡларға мөмкинлек бирә. Антибиотиктарға тикшереү ысулы өсөн тәү сиратта татлы ризыҡ едти әҙерлек үтә. Белгестәр әйтеүенсә, бының өсөн ике сәғәттән ашыу ваҡыт талап ителә.

Лабораторияға өҫтәмә һауыттар алып киленде. Ярҙамсы ҡорамалдар булғанда тикшереүҙәрҙе үткәреү күпкә еңел. Бында беҙ Иммунологик метод буйынса антибиотик ҡалдыҡтарын биләләр өсөн өлгөләр әҙерләйбеҙ.

Элла Арыҫланова, токсиколог

Балды антибиотиктарға һәм башҡа ҡатнашмаларға тикшереү – заман талабы. Ҡортсолоҡ продукцияһын донъя баҙарына сығарыу өсөн бал биш тиҫтәнән ашыу компонентҡа ҡаралырға тейеш. Балды артабанғы тишереүҙәргә әҙерләгәндән һуң, өлгөләрҙең физик һәм химик матдәләре заманса аппаратта анализлана.

Башҡортостанда бындай ҡоролманы һатып алыу өсөн федераль программа буйынса бюджеттан 36 млн һумдан ашыу аҡса бүленә. Һәр анализға тотона торған материалдар ҙа ҡиммәткә төшә. Әммә бындай прибор ентекле һәм теүәл һөҙөмтәләрҙе тиҙ арала күрһәтә. Әлегә тиклем тикшереүҙәр үткәндән һуң, сит илдәргә 20 тонанан ашыу бал һатылған.

Продукцияның хаҡ мәсьәләһен хәл итеү мөһим. Сөнки Рәсәй баҙарына ҡарағанда сит илдәрҙә балдың хаҡы күпкә түбән. Беҙҙең компания Рәсәй экспорт үҙәге менән тығыҙ эшләй. Улар аша Африка һәм Япония илдәрендә яңы клиенттар табабыҙ.

Эмиль Әхтәмйәнов, «Медовз» компанияһы хеҙмәткәре

Рәсәй ауыл хужалығы идаралығы ҡарамағындағы һынау үҙәгендә Өфө, Иглин, Күгәрсен, Благовещен, Нуриман һәм Ишимбай районы умарталрынан йыйылған бал тикшереү үтә. Продукцияның составынан тыш, йүкә балының төҫө, һеркә, көл күләме һәм башҡа күрһәткестәр билдәләнә.

Белгестәр әйтеүенсә, әлегә 32 тонна бал экспортҡа әҙер, унда антибиотик табылмаған. Былтыр баҫыуҙарҙы химик эшкәртеүҙән һуң бал ҡорттарының һәләк булыуы асыҡланғайны, шуға күрә, ауыл хужалығының был тармағы зыян күргәйне. Быйыл иһә, умартасылар мул уңышҡа өмөтләнә. Республика етәкселеге лә умартасылыҡты заман талаптары буйынса үҫтереү яҡлы. Әле республикала сәнәғәт күләмендә татлы ризыҡ етештереү буйынса халыҡ-ара инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн әҙерлек башланды.

Фото №1 - Башҡорт балын Фарсы ҡултығы илдәренә, Америка, Африка һәм Японияға экспортлау мөмкинлеге ҡарала
Выборы 2026

Әлфинә Килдейәрова.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ