Тариф буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәмәлдәге хаҡ йыл аҙағынаса һаҡлана. Әле ҡала халҡы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн айына – 70 һум, ә ауыл кешеләре 35 һум түләй. Киләһе йылдан сумманың артыуы көтөлә.
Бындай үҙгәреш иҡтисади талаптар менән аңлатыла. Төбәк операторҙарының сүп-сарҙы йыйып эшкәртеү өсөн сығымы күбәйә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика ауылдары һәм ҡалаларында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн 28 меңдән ашыу майҙансыҡ ҡуйылған. Уларҙың 96 проценты талаптарға тура килә һәм сүп-сар даими сығарылып бара.
#госкомтариф #минэкологии #тбо





