Башҡортостанда милли проект буйынса быйыл 300 километр юл ремонтлана

Башҡортостанда милли проект буйынса быйыл 300 километр юл ремонтлана

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты үтәлеше ҡаралды. Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияһына ҡараған райондар һәм ҡалаларҙа юл тәртипкә килтерелә. Бының өсөн быйыл 7 миллиард һум бүленгән.

Фото №1 - Башҡортостанда милли проект буйынса быйыл 300 километр юл ремонтлана

Ремонт барышында светофор, юл билдәһе һәм ҡоймалар ҡуйыла, шулай уҡ айырым юл участкаларында видеокамералар урынлаштырыла.

#оперативка #дороги #нацпроект

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ