Был турала бөгөн Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика башлығы күсмә зоопарктарҙа хайуандарҙы аҫырауға шарттар булмауын билдәләне. Менделеев урамындағы күсмә зоопарктағы хәлде күргәндән һуң Радий Хәбиров тәгәрмәс өҫтөндәге зоопаркты тикшерергә һәм аҙна эсендә төбәктә бындай эшмәкәрлеккә сик ҡуйырға ҡушты. Ситлектә күсмә тормош алып барған хайуандар һәм уларҙың яҙмышы тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
"Саванна" күсмә зоопаркы янында беҙҙе ҡуян ҡаршыланы. Күрәһең, шешҡолаҡ йәшел үлән ашарға урманға ҡасҡан. Артабан ул көлкө вагоны аҫтына инеп китте. Ысынлап та, йылмайыу тыуҙыра аламы икән күсмә зоопарктағы хәлдәр?
Бүреләр, айыуҙар, фарсы леопарды, хайуандар батшаһы арыҫландар – үҙенең аҫыраған йыртҡыстары тураһында Армен Хачатурян бер нисә йыл эсендә нисек итеп уларҙың һанын ишәйтеүен сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер.
Хайуандар ишәйгән, тик бына уларҙы аҫыраған ситлектәрҙең тарая барыуы күҙ уңынан ысҡынған.
20 йыл был эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүсе хайуандарға ҙур ситлектәр төҙөмәүен, бында төпләнеп үҫешергә ер участкаһы булмауы менән аңлата.
Ә бына тикшереүселәр ҡанун үтәлмәүен билдәләй. Уҙған аҙнала Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы прокуратура менән берлектә зоопаркта рейд үткәргән. Тикшереү һөҙөмтәһендә "Хайуандарҙы мәҙәни тамаша маҡсатында файҙаланыу һәм аҫырау" законы боҙолоуы асҡланған.
Был мәсьәләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә күтәрҙе. Күсмә зоопаркты ул Өфө буйлап эш сәфәре барышында күреп ҡалған. Беҙҙә бындай объекттар булмаҫҡа тейеш. Тәҡдимдәр әҙерләгеҙ. федераль кимәлдә лә уларҙы бөтөрөү тураһында уйлайҙар. Цивилизациялы илдәрҙә улар әллә ҡасандан юҡ, - тине төбәк башлығы. Республика етәксеһе фекеренсә, Өфөлә ҙур заманса зоопарк төҙөргә кәрәк .Миллионлы ҡалала заманса зоопарк булырға тейеш, тип иҫәпләйем, - тине Радий Хәбиров.
Ситлектә йәшәүсе хайуандарҙы аҫырауҙа етешһеҙлектәр мәсьәләһе йыш күтәрелә. Бәлки киләсәктә хайуандарға ла кешесә мөнәсәбәт яйға һалыныр.
Рәмилә Исмәғилева.





