Атыш шарлауығына ял итергә барған 8 кеше ике көн элемтәгә сыҡмаған. Ҡотҡарыусылар уларҙы эҙләй башлаған. Туристар маршрутттарын алдан хәбәр итмәгән.
Ямғыр яуыу сәбәпле Инйәр йылғаһы ташҡан. Уны кисеп сығырға мөмкинлек булмаған. Шуға туристар ниндәй юлдан ҡайтырға сығыуын асыҡлау ауырға тура килгән. Эҙләү-ҡотҡарыу оҙағыраҡҡа һуҙылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡуйы урман, тау йәки мәмерйәләр, йылға маршруттары буйлап сәфәргә сығыр алдынан теркәлергә кәңәш итә.
#госкомчс #белорецк





