Һүҙеңде үҙ телеңдә әйт

Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү Фонды грантына Башҡортостан кинематографистар союзы менән Булат Йосопов Киномәктәбе икенсе халыҡ-ара «Ер һүҙе» кинофорумын ойоштора.

Был юлы «Ер Һүҙе» кинопроекты онлайн үтә. Уның үҙенсәлеге шунда – 50 кеше сценарист һөнәрен, 25 кеше, тулы курс үтеп, кинорежиссёр һөнәрен үҙләштерәсәк. Улар үҙ теләге менән нәфис, документаль фильм, социаль ролик йәки музыкаль клип төшөрә ала. Ҡатнашыу өсөн ғаризаны слово земли нөктә ру сайтында, йәки форумдың социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә ҡалдырырға мөмкин.

Фото №1 - Һүҙеңде үҙ телеңдә әйт

Рафиҡ Әхмәтшин.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ