Радий Хәбиров «Йәмәғәт биләмәләре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте»н үткәрҙе

Башҡортостан Башлығы республика йортонда «Йәмәғәт биләмәләре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте» форматында онлайн кәңәшмә үткәрҙе. Унда тәбиғәт парктарын, республика ҡалаларын төҙөкләндереү проекттары ҡаралды.

Йәмәғәт биләмәләрен үҫтереү буйынса Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Ольга Сарапулова уңайлы ҡала мөхите проектының үтәлеше менән таныштырҙы. Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә Бөрө, Ишембай һәм Бәләбәй ҡалаларына йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә 580 миллион һум аҡса бүленгән. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, конкурс шарттары нигеҙендә 1 сентябргә тиклем федераль аҡсаларҙы тулыһынса үҙләштереү мөһим.

Фото №1 - Радий Хәбиров «Йәмәғәт биләмәләре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте»н үткәрҙе

Рафиҡ Әхмәтшин.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ