Башҡортостандың өс ҡалаһы биләмәләре 580 миллион һумға төҙөкләндерелә

Башҡортостандың өс ҡалаһы биләмәләре 580 миллион һумға төҙөкләндерелә

Бөрө, Ишембай һәм Бәләбәй 2019 йылда уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты. Был тема "Йәмәғәт биләмәләре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте" кәңәшмәһендә ҡаралды. Республика башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә конкурс шарттарына ярашлы, ҡалаларҙы төҙөкләндереү өсөн бүленгән аҡса 1 сентябргә тиклем тотонолорға тейеш.

Фото №1 - Башҡортостандың өс ҡалаһы биләмәләре 580 миллион һумға төҙөкләндерелә

Ваҡыт аҙ ҡалды, тәүлек әйләнәһенә эште ойоштороғоҙ. Республика яңы заявкалар әҙерләне, шуға әлеге проекттар буйынса тотҡарлыҡтар булмаҫҡа тейеш тине ул. Быйыл Бөтә рәсәй конкурсы лауреаттары исемлегенә Мәләүез, Яңауыл, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары һәм Николо-Березовка ауылы  инде. Башҡортостан тағы 11 заявка ебәргән, улар сентябрҙә ҡараласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ