Республика башлығы Радий Хәбиров "Йәмәғәт биләмәләре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте" кәңәшмәһе барышында шундай бурыс билдәләне. Был биләмәнән сүп-сар ваҡытында сығарылырға тейеш. Бынан тыш Ағиҙел ярында эшләргә теләүсе бизнес вәкилдәренә дәүләт яғынан ярҙам кәрәк, тине Радий Хәбиров.





