Әбйәлил районында автомобиль аварияһында ике кеше һәләк булды

Юл-транспорт ваҡиғаһы уҙған төндә Ташбулат ауылында теркәлде. 24 йәшлек егет идара иткән «Hyundai Elantra» ҡаршыһыҙаттағы «Газель» менән бәрелешкән. Уның менән Пенза өлкәһенән 63 йәшлек ир идара иткән.

Авария һөҙөмтәһендәмашиналарға ут ҡапҡан. Еңел автомобиль водителе тән бешеүе һәмйәрәхәттәрҙән урындағы дауахана реанимацияһында һәләкбулған. Салауат районынан 49 йәшлек пассажирҙың ваҡиға урынында уҡ ғүмереөҙөлгән.Йөк машинаһы водителенә зыян килмәгән.

Фото №1 - Әбйәлил районында автомобиль аварияһында ике кеше һәләк булды

Рафиҡ Әхмәтшин.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ