Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты буйынса 300 километрлыҡ юл ремонтланасаҡ. Юл селтәрен яңыртыу республиканың өс проекты буйынса ла алып барыла.
Бының өсөн 7 миллиард һум аҡса ҡаралған. Асфальт ҡатламын түшәүҙән тыш, 23 светофор, 248 юл билдәһе урынлаштырыу планға индерелгән. Әле проекттар буйынса юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын теркәүсе 459 видеокамера урынлаштырылған.




