Өфөнөң Совет районы судында бөгөн «ялған бомбаһы» шартланы

Бинанан 200 кеше эваукуацияланды. Әлегә шәхесе асыҡланмаған кеше судтың электрон почтаһына шартлатҡыс ҡуйылыуы тураһында хәбәр ҡалдырған. Шунда уҡ янғын һүндереүселәр һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре саҡыртылды.

Биләмә кәртәләнде. Кинологтар махсус өйрәтелгән эттәр менән тикшереү үткәрҙе. Әммә бомба табылманы. Мәғлүмәт фейк булып сыҡты. Әле осраҡ буйынса тикшереү бара. Ялған мәғлүмәтте бөгөн судтта эше ҡаралыусыларҙың береһе лә ебәреүе бик тә ихтимал тигән фекерҙә тәфтишселәр.

Фото №1 - Өфөнөң Совет районы судында бөгөн «ялған бомбаһы» шартланы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ