Башҡортостанда Росгосстрах банктың контакт-үҙәгеойоштороласаҡ. Уның эшмәкәрлеге бар илде хеҙмәтләндереүгә йүнәлтелә. Финанс ойошма «Открытие» корпорацияһының бүлендек компанияһы иҫәпләнә. Һуңғыһыменән Башҡортостан Хөкүмәте хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.
Идаралыҡ рәйесе Михаил Задорнов билдәләүенсә, барлыҡҡа киләсәк сервис-үҙәктәйәштәр өсөнҡыҙыҡлытехнологик вакансиялар тәҡдим итеү ҡаралған. Бынан тыш, республика менән финанс корпорация яңы мәғариф, һаулыҡһаҡлау , спорт, мәҙәниәт объекттарын төҙөлөшө өлкәһендәхеҙмәттәшлек итергә планлаштыра. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмы ҡулланыласаҡ.
Яҡтар өҫтөнлөклө милли һәм төбәк проекттарҙы тормошҡа ашырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә килеште. Әйткәндәй, әлереспубликаҡаҙнаһыныңяҡынса ете миллиард һумы «Открытие» банкында һаҡлана. Идаралыҡ етәксеһе Михаил Задорнов Башҡортостанды иҡтисади потенциал яғынан илдең мөһим төбәге булыуын билдәләне. Финанс ойошмабюджет өлкәһеойошмаларына эш хаҡыкарталарын да тәҡдим итә.
Гөлназ Хәйбуллина.





