Иҫерек водитель йәнә кеше ғүмерҙәрен ҡыйҙы

Уҙған кис Өфөнөң «Ихлас» мәсете эргәһендә теркәлгән аварияла бер юлы 3 кеше һәләк булды. Инспекторҙар юл-транспорт ваҡиғаһында Тойота ланд крузерҙағы иҫерек водителдең ғәйепле булыуын билдәләй. Тикшереү барышында уның 2020 йыл башында уҡ эскән килеш руль артына ултырған өсөн транспорт менән идара итеү хоҡуғынан да мәхрүм ителеүе асыҡланды.

Өфөнөң Сочи урамы. Киске сәғәттәр. Көсөргәнешле транспорт ағымы кәмегән. Аварияға эләккән туғыҙынсы модель Ваз автомобиле лә тап ошо урында видеокүҙәтеү камераларына эләккән. Бына ул Ихлас мәсете ҡаршыһындағы светофороҙа туҡтай. Шул ваҡытта уға ҡаршы һыҙаттан осоп килгән Тойота Ланд Крузер бәрелә. Һөҙөмтәлә Ваз автомобиле инерция буйынса тағы ла дүрт машина, Хьюндай Элантра, 15-се модель ВАЗ, рено Каптюр һәм А6 моделле Аудиға һуғылып болттарға тиклем тарала. Уның менән идара иткән 38 йәшлек ир һәм салондағы бер пассажир ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Ниндәйҙер мөғжизә менән иҫән ҡалғандарға ашығыс ярҙам күрһәтелә.

Тойота ланд Крузер Ваз менән бәрелешкәндән һуң ҡаршы һыҙаттағы тағы ла бер кроссоверға төкөлә.

Ваҡиға урынына килеп еткән полиция хеҙмәткәрҙәре дөйөм тәртип буйынса уның ҡанындағы алкоголь кимәлен тикшерергә була. Тестер 1 ҙә 200 промиль күрһәтә. Был кәмендә ике шешә ҡаты спиртлы эсемлеккә тиң. Теле көрмәлһә лә иҫерек үҙен аҡларға тырыша.

Тикшереү барышында ТОЙОТА водителенең бөтөнөләй руль артына ултырыу хоҡуғы булмауы ла асыҡлана.

Төндө ҡулға алыныусы полиция участкаһында үткәрҙе.Ҙур тиҙлектә ҡайҙа елдергәне тураһындағы һорауҙа аныҡ ҡына яуап бирә алманы. Сочи урамындағы авария ҡорбандары иһә йәнә берәүгә артты. Иртән аңына килмәйенсә туғыҙынсы модель ВАЗ автомобиле пассажирҙары һәләк булды.

Фото №1 - Иҫерек водитель йәнә кеше ғүмерҙәрен ҡыйҙы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ