Мәскәүҙәге «Донъяға һөйөү бүләк ит» хәйриә фонды реабилитация үткәреүҙә яңы методикалар уйлап сығара.
«Әкиәт терапияһы» проекты дүрт йыл тормошҡа ашырыла, ул Рәсәйҙең 8 төбәгенең реабилитация үҙәктәрендә уңышлы эшләп килә. Әкиәт ярҙамында мөмкинлектәре сикләнгән балаларға төрлө хәл-ваҡиғалар һөйләнә. Был ысул сабыйҙарҙа тормошҡа ижади ҡараш тәрбиәләргә, йәшерен һәләттәрҙе асыҡларға мөмкинлек бирә, ти проект авторҙары. Өфөлә уҙғарылған кәңәшмәлә республиканың реабилитация үҙәге белегестәре был йүнәлештә тәжрибә тупланы.
Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн 10 республика реабилитация үҙәге эшләй. 200-гә яҡын белгес йылына алты мең балаға организм эшсәнлеген тергеҙеүгә йүнәлтелгән медицина, социаль һәм педагогик ярҙам күрһәтә. Әлеге ваҡытта коронавирус сире таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн реабилитация онлайн үткәрелә.
Әлфинә Килдейәрова.




