Башҡортостанда Ан-148 авиаһәләкәтендә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә иғәнә йыйыу ойошторолдо

Йәкшәмбе, 2018 йылдың 11 февралендә, Мәскәүҙең Домодедово аэропортынан Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһына осҡан «Һарытау авиалиниялары» Ан-148 самолеты Раменское районында йығылып төштө. Бортта 65 пассажир һәм 6 экипаж ағзаһы була. Уларҙың барыһы һәләк булды.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тарафынан Мәскәү өлкәһендәге авиаһәләкәттә һәләк булғандарҙың туғандары өсөн иғәнә йыйыу ойошторолдо.

Ҡайғы күреүселәргә ярҙам вә теләктәшлек йөҙөнән сауаплы эшкә ҡушылырға теләгәндәр иғәнә сараларын түбәнге реквизиттар буйынса махсус иҫәпкә күсерә ала:

Получатель: Башкортостанское региональное отделение Общероссийской общественной организации «Всероссийское Добровольное Пожарное Общество»,

ОГРН 1070200003994,

ИНН: 0276112135,

КПП: 027601001,

Расчетный счет: 40703810264130000118,

Публичное акционерное общество «Уральский банк реконструкции и развития», филиал «Уфимский» ПАО КБ «УБРиР» г. Уфа,

БИК: 048073795

к/сч 30101810780730000795

Түләүҙәрҙе күсергәндә «Добровольные пожертвования семьям погибших в авиакатастрофе» тип күрһәтергә генә кәрәк.