«Был беҙҙең эшләп еткермәгәнлек»

Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә , Радий Хәбиров Ҡуштау ваҡиғаларына шундай баһа бирҙе. Кәңәшмә барышын БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева күҙәтте.

Кисә Радий Хәбиров тауҙы эшкәртеүгә ҡаршы сыҡҡан халыҡ менән осрашты. Башҡортостан башлығы уртаҡ фекергә килмәйенсә, тауға сода компанияһы техникаһы инмәйәсәк, ә туристарға юл асыҡ тине. Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы халҡтың тауышын ишетергә, ихтыяждарын иҫәпкә алырға кәрәк, - тине. Ҡуштау мәсьәләһе буйынса координация советы ултырышы уҙғарыу бурысы ҡуйҙы. Уны етәкләү Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаровҡа йөкмәтелде. Ишембай районында булып ҡайтҡандан һуң ул ауылдарҙағы һәм ауыл араларындағы юлдарҙың насар хәлдә булыуын әйтте һәм был йүнәлештә эш алып барырға ҡушты.

Коронавирус менән бәйле сикләүҙәрҙе алыуҙың икенсе этабына яҡынлаштыҡ тине,тине төбәк башлығы. 1 сентябрҙән бөтә мәктәптәрҙең дә бөтә ишектәре лә асыласаҡ. Был тура мәғәнәлә. Республика етәксеһе мәғариф учреждениеларының запас ишектәрен дә асып уҡыусылар ағымын бүлергә ҡушты. График буйынса класс бүлмәләре елләтелергә һәм дезинфекцияланырға тейеш. Ашхана, спорт залы һәм коридорҙарҙа һауаны таҙартыусы ҡоролмалар урынлаштырыла. Мәктәп автобустарына һәм белем усаҡтарына инер алдынан тән температураһы үлсәнә. Дәрестәр биш минутҡа ҡыҫҡара. Хәүефһеҙлек һәм һаҡланыу сараларын контролдә тотоу медицина инспекторҙарына йөкмәтелә. Инспектор эшенә  медицина  университеты һәм колледждарынан юғары курс студенттар йәлеп ителә.

Уңыш йыйыу барышында яҡшы эшләгән ауыл хужалығы эшсәндәре автомобилдәр менән бүләкләнәсәк. Механизаторҙар, комбайнсылар, водителдәр һәм установка операторҙарына 20 еңел автомобиль бүленә. Был хаҡта ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдерҙе. Ураҡ ямғырлы көндәр арҡаһында һүлпәнәйҙе, әммә былтырғы менән сағыштырғанда был ваҡытҡа уңыш күләме юғарыраҡ тине ул. Ауырғазы, Көйөргәҙе һәм Әлшәй алда бара, ә бөртөклө культуралар уңышы буйынса Саҡмағош, Бүздәк һәм Дәүләкән лидер. Ямғырҙа дымланған орлоҡтарҙы яҡшылап киптереү мөһим. Ундай агрегаттарҙың етмәүе уңыш йыйыу темпына тәьҫир итә. Әлегә Башҡортостан аграрийҙары келәткә 1 миллион тоннан ашыу иген һалған.

Фото №1 - «Был беҙҙең эшләп еткермәгәнлек»

Рәмилә Исмәғилева.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ