Юл-транспорт ваҡиғаһы Ауырғазы районында Өфө-ырымбур трассаһында теркәлде. Өс машина юлды бүлешә алмаған. Оператив мәғлүмәттән күренеүенсә, 15-се модель ВАЗ автомобиле менән идара итеүсе 59 йәшлек ир тәүҙә «Мерседес-Бенц» һуңынан Датсун машиналарына төкөгән.
Ике автомобиль водителе һәм уларҙың пассажирҙары имгәнгән. Датсундағы 4 йәшлек кенә ҡыҙ бала реванимацияла аңына килмәйенсә вафат булған. Алкотестер аварияла ғәйепләнеүсенең ҡанында 0 нөктә 925 промиль алкоголь булыуын күрһәткән.




