Стәрлетамаҡ ҡалаһының Октябрь проспектындағы яңы биҫтә ихатаһының торошон урындағы халыҡ шулай тип атай. Улар 2015 йылдан күп ҡатлы йорттар файҙаланыуға тапшырылғандан бирле тәртип урынлаштыра алмай интегә. Төрлө инстанцияларға хат яҙыуҙар ҙа һөҙөмтә бирмәй. Сараһыҙлыҡтан улар беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Берәүҙәр был күренешкә ҡарап, ниндәйҙер һаҙлыҡ, йә төпкөл ауылға илткән юлдыр тип әйтер ине. Әммә, ул ҡала үҙәге. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Октябрь проспектындағы яңы биҫтә. Соҡорло юлдар аша үткән машиналар йыш ватыла.
Ә инде балалар майҙансығына барыу ул урындағы халыҡ өсөн үҙе бер һынау. Стәрлетамаҡтар уны ҡаршылыҡ һыҙаты тип йөрөтә. Әммә, ул уйында түгел, ысында. Һуҡмаҡ рәүешле һалынған кирбес, ағас киҫәктәре аша бысранмайынса майҙансыҡҡа нисек үтергә?
БСТ каналының ижади төркөмөнөң килеүе булды, күп ҡатлы йорт ихатаһына бер-бер артлы КАМаздар ағылды. Соҡорло урындарға ҡырсынташ түшәлеп, шунда уҡ ул грейдер менән тигеҙләнеп тә ҡуйҙы. Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте, бөгөнгә тиклем күҙәтелгән тотҡарлыҡтарҙы финанс мәсьәләләрҙә күрә.
Тимәк, халыҡҡа йәнә көтөргә ҡала тигән һүҙ. Бөгөнгө эш тә тик ике-өс күләүекте ҡырсынташ менән ҡаплауҙан ары китмәне. Ә биҫтәләге проблемалы участок ике-өс саҡрым самаһы.
Азат Ғәлиуллин.




