Өфөнөң Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-cы музыка мәктәбенә яңы музыка ҡоралдары тапшырылды

Балалар музыка мәктәбендә сәнғәт төрҙәре буйынса музыка ҡоралдары инфраструктураһын  яңы кимәлдә үҫтереү, сифатлы  ҡорамалдар һәм музыкаль инструменттар менән тәьмин итеү маҡсатында федераль проекты тормошҡа ашырыла. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова дауам итә.

Беренсе сентябрь – Белем көнөн Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар музыка мәктәбе уҡыусылары яңы музыка ҡоралдары менән ҡаршылай. Улар уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға  әҫәрҙәрҙе башҡарыу оҫталығын, фестиваль-конкурстарҙа һөнәри кимәлде күтәрергә булышлыҡ итер тип көтөлә. Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Инга Резина иһә японияла сығарылған Кауай рояленең мөмкинлектәрен өйрәнә. Яҡшы яңғырашлы был музыка ҡоралында уйнау уға донъя кимәлендә үткәрелгән төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашыуға юл аса.

Был роялдең хаҡы 4 миллион һумдан ашыу. Яңғаршы яҡшы, уйнауы еңел. Был музыка ҡоралында уйнап, халыҡ-ара конкурстарҙа еңеүгә ышаныс ҙур.

Инга Резина, Өфө ҡалаһының Ә. Исҡужин исемендәге 9-cы музыка мәктәбе уҡыусыһы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты

Музыка мәктәбенең биш бүлегендә 16 төрлө һөнәргә өйрәтәләр. Быйылғы уҡыу йылында мәктәп яңы думбыралар,ҡыл-ҡумыҙҙар, баяндар, аккордеон һәм скрипкалар менән йыһазландырылған. Уҡыусылар махсус заказ буйынса ҡайтарылған музыка ҡоралдарының баһаһын яҡшы белә, шуға ла һаҡсыл тотона.

Ҡулымдағы думбыраны оҫта эшләгән. Уның яңғырашы ла моңло. Был музыка ҡоралын мин һаҡлыҡ менән генә ҡулланам. Бындай инструменттар өсөн бик рәхмәтлебеҙ.

Аделина Трофимова, Өфө ҡалаһының Ә.Исҡужин исемендәге 9-cы музыка мәктәбе уҡыусыһы

Мин ошоға тиклем иҫке ҡыл ҡумыҙҙа уйнайым, беҙгә күптән түгел яңы музыка ҡоралдары һатып алдылар, мин уларҙа уйнау өсөн уҡыу йылын түҙемһеҙләнеп көтәм.

Камилла Батталова, Өфө ҡалаһының Ә.Исҡужин исемендәге 9-cы музыка мәктәбе уҡыусыһы

Музыка мәктәбе яңырыу осорон кисерә. Уның тәрбиәләнеүселәр 3 тапҡыр гран-при, 147 мәртәбә лауреат урындарын яулаған. Яңы уҡыу йәлына мәктәптә уҡыусылар һаны 200 балаға артасаҡ, тип көтөлә.

Мәшһүр ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужин исемен йөрәткән уҡыу йорто башҡорт халҡының рухи, мәҙәни мираҫын һаҡлауға ла тос өлөш индерә.Яңы уҡыу йылынан иһә һынлы сәнғәт бүлеге лә асылып, уҡыусылар һаны биш йөҙ илле уҡыусыға етер, тип көтөлә.

Әхиәт Ғәйетбаев, Өфө ҡалаһының Ә.Исҡужин исемендәге 9-cы музыка мәктәбе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Волна
Фото №1 - Өфөнөң Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-cы музыка мәктәбенә яңы музыка ҡоралдары тапшырылды

Гүзәл Борханова.

Волна
Акции БСТ