Был турала бөгөн Республика хөкүмәте президиумы ултырышында беренсе вице-премьер Андрей Назаров белдерҙе. "Таҙа һыу" программаһына ярашлы, алдағы биш йылда 52 ҡала һәм ауылда һыу ҡоролмаларын төҙөкләндереү планлаштырыла.
Әле Башҡортостан халҡының 87 проценты таҙа һыу менән тәьмин ителгән. Был һанды 92 ярым процентҡа еткереү маҡсаты ҡуйылған.





