Эшсе хәбәрселәр урамында йәшәүсе халыҡ подрядсы ойошманың эше менән ҡәнәғәт түгел. Улар билдәләүенсә, төҙөүселәр ҡуйылған бурысты еренә еткереп башҡармай. Мәсьәләгә БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова төшөндө.
Подъездарҙы ремонтлауға квалификациялы төҙөүселәр йәлеп ителмәгән, тип зарлана Валентина Галанова. Эшсе хәбәрселәр урамының 2 кәсер 3 йортоноң советы рәйесе башҡарылған төҙөкләндереү эштәренә ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә. Бинаны матурлау урынына стеналарҙы боҙҙолар, сифатһыҙ материалдар ҡулландылар, ти ханым.
Тәҙәкләндереү эшендә Валентина Галанова үҙен белгес тип иҫәпләй. Уның фекеренсә, сметала күрһәтелгән 700 мең һумдан ашыу аҡсаның бары тик 150 мең һумы ғына ҡулланылған.
Был йорт 1982 йылда төҙөлә. Подъездарҙы тәртипкә килтереү өсөн фатир хужалары 2017 йылда теләк белдерә. Барлыҡ документтар тупланып, подрядсы ойошма табылғас быйыл яҙ төҙөүселәр эшкә тотона. Әммә барыһы ла анһат ҡына килеп сыҡмай. Етешһеҙлектәрҙе күреп барған милекселәр эшселәрҙе ҡыуып сығара, ти бригада етәксеһе.
Ә бына икенселәр, киреһенсә, ремонт эштәрен дауам итеүҙәрен һорап ғариза яҙа, тип белдерә төҙөүсе ойошма бригадиры. Һөҙөмтәлә икенсе подъезда реконструкция тулыһынса тамамланған, фатир хужалары ла эштәрҙең сифаты менән ҡәнәғәт ҡалған.
Нурания Сәхипгәрәй ҡыҙы был йорттоң өсөнсө подъезында йәшәй. Тиҙҙән һалҡын көндәр етәсәк, шуға ла төҙөүселәрҙе түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, ти ул.
Проектҡа ярашлы йорт сентябргә ҡулланыуға тапшырылырға тейеш. Әммә тыныс ҡына етешһеҙлектәр мәсьәләһен хәл итеүе ауыр булыуы ла ихтимал. Сөнки йортта йәшәүселәр килешеүгә килергә әҙер түгелдәр. Был осраҡта күҙәтеү органдары, белгестәр йәлеп ителәсәк.
Әлфинә Килдейәрова.




