Моңло яңырыу

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Өфөсәнғәт училищеһы яңы музыка ҡоралдарыменән тәьмин ителә. Ошо маҡсатта республика һәмфедераль ҡаҙнанан 30 миллион һумбүленде. Әлегәуҡыу йортона рояль, фортепианалар килгән. Училищелағы ыңғай үҙгәрештәрхаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.

Дәрес түгел, яңы роялде һынап ҡарау ғына. Иҫке музыка ҡоралдары менән сағыштырғанда, ул күпкә моңлораҡ, таҙа, тигеҙ яңғырай. Өфө сәнғәт училищеһында байрамса атмосфера. Фортепиано бүлегенең матди-техник базаһы нығытылған. 4-се курс студенты Эльвира Вәлиева әйтеүенсә, роялдең клавишаларына баҫыуы ла оло кинәнес, донъя кимәлендә билдәле композиторҙарҙың ижадын башҡарыуға ла яуаплылыҡ артҡан.

Өфө сәнғәт училищеһы моңло яңырыу кисерә. «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» төбәк проекты сиктәрендә фортепиано бүлегенә генә алты рояль, туғыҙ пианино һатып алынған. Уҡытыусылар әйтеүенсә, был ысын мәғәнәһендә королдәрсә бүләк. Сөнки музыка ҡоралдары йөҙ процентҡа эшлектән сыҡҡан була.

Өфө сәнғәт училищеһының матди-техник базаһын нығытыуға төбәк һәм федераль ҡаҙнанан 30 миллион һум аҡса бүленгән. Кабинеттар тынлы, һуҡма, ҡыллы, милли музыка ҡоралдары менән тәьмин ителә. Шулай уҡ художество бүлегенә мольберт, стеллаж, фото ҡорамалдар, уҡыу әсбаптары һатып алынған. Быйыл уҡыу йортонда ҡабул итеү кампанияһы ҡыҙыу була. Бер урынға дүрт абитуриент дәғүә иткән. Яңы уҡыу йылынан училище стеналарында заманса шарттарҙа илаһи моң яңғыраясаҡ.

Фото №1 - Моңло яңырыу

 Гөлназ Хәйбуллина.

Волна
Акции БСТ