Мәрхәмәтле мөхит. Өфөлә йәшәгән 8 айлыҡ Асҡар Исхаҡовҡа ярҙам талап ителә. Сабыйға умыртҡа бағанаһы һәм мускулдар атрофияһы диагнозы ҡуйылған. Асҡарҙы был ауыр сирҙән Америка Ҡушма штаттарында етештерелгән 160 миллион һумлыҡ препарат ярҙамында ғына ҡотҡарырға мөмкин.
Һигеҙ айлыҡ Асҡарҙа умыртҡа бағанаһы һәм мускулдар атрофияһы диагнозы. Сабыйға өс ай тулғас, ата-әсәһе башын,аяҡ-ҡулдарын, умыртҡа бағанаһын тотмауын күҙәтә. Шунда уҡ реабилитация үҙәктәренә йөрөтә башлайҙар. Мәскәүгә генетик сир барлығын асыҡларға анализдар тапшыралар. Ике айҙан һуң һөҙөмтәләр билдәле була.
Исхаҡовтар ғаиләһендә Асҡарҙан тыш, тағы ла ике бала тәрбиәләнә. Камилла быйыл 2 cиныфҡа уҡырға бара, ә Венераға -4 йәш. Ғаиләгә Асҡарҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн ҙур сумманы бер үҙе генә хәстәрләү мөмкин түгел.Быға тиклем хәйриә фондтары ла уларға ярҙам ҡулы һуҙырға ашҡынып тормаған. Ишембай ҡалаһынан «Счастливые дети» тигән хәйриә фонды ғына Асҡар Исхаҡовҡа ярҙам ҡулы һуҙған. Ирекмәндәрҙән дә әлегә ярҙам юҡ.Социаль селтәрҙәрҙә аккаунттарҙы Азалия Исхаҡова үҙе алып бара. Махсус иҫәпкә күсерелгән аҡсалар буйынса көн һайын отчет баҫтыра.
Әлеге ваҡытта Асҡар Исхаҡов реабилитация үткән. Уның докуметтары инвалидлыҡ юллауға әҙер. Балаға ике йәш тулғансы, кәүҙә ауырлығы 20 килограммдан артмаҫ элек
160 миллион һумлыҡ уколды һатып алып баланы аяҡҡа баҫтырыға кәрәк. Асҡар Исхаҡовҡа ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр экранда күргән иҫәпкә хәленән килгәнсә аҡса күсерә ала.
ҺАҠЛЫҠ БАНКЫНДАҒЫ ИҪӘП: 42 76 06 005 692 23 65
ВТБ БАНКЫНДАҒЫ ИҪӘП: 48 93 47 04 21 05 33 46
QIWI ЯНСЫҠ: 8 987 628 69 23
PAY PAL : veneraisha@ mail. ru
Мәрхәмәтле булайыҡ!
Гүзәл Борханова.




