Аҡсаны кем ҡайтарыр? Өфөлә яман шештән яфаланыусы ҡатын ауыр финанс хәлдә ҡалған. Бурысы өсөн ул коллекторҙар менән иҫәпләшкән. Әммә суд приставтары уның банк картаһынан арест алыныуы тураһында мәғлүмәтте пенсия фондына еткермәгән. Һөҙөмтәлә 5 йәшлек бала тарбиәләүсе ханым йәшәргә аҡсаһыҙ тороп ҡалған. Мәсьәләне БСТ каналы хәбәрсеһе хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова асыҡланы.
Биш йәшлек улы өсөн түләүгә ғариза яҙырға тип Надежда Александровна дәүләт порталына инә. Бурыслы булғанын осраҡлы рәүештә күреп ҡала. Сумма юғары түгел, 6 меңдән ашыу. Ҡатын 13 йыл элек кредит ала, күрәһең шул ваҡыттан пеня йыйылып килгән.
Надежна Ермолаева дүртенсе стадиялағы яман шештән яфалана, өс ай һайын онкология үҙәгендә дауалау курсы үтә. Инвалидлыҡ буйынса алған пенсия ғаиләнең берҙән-бер килем сығанағы. Башлыса был аҡса коммуналь хеҙмәттәргә түләү, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алыуға китә, ти ханым.
Зыян күреүсе мәсьәлә сығанағы суд приставтарына бәйле тигән фекерҙә.Улар Пенсия фондына карта иҫәбенән арестты алыу тураһында хәбәр итмәгән. Суд приставтары БСТ каналының ижади төркөмөн дә инҡар итеүҙе хуп күрҙе. Мәсьәлә буйынса аңлатма биреүҙе һорап яҙылған мөрәжәғәттәр яуапһыҙ ҡалды. Надежда Ермолаева иһә, артығын түләгән сумманы ҡайтарырҙар, тигән өмөттә. Сөнки яҡын арала тағын реабилитация үтергә, улын балалар баҡсаһына әҙерләргә кәрәк.
Әлфинә Килдейәрова.




