Башҡортостан тарихи паркында Анатолий һәм Аркадий Холоповтарҙың күргәҙмәһе асылды

Башҡортостан күргәҙмәләр залының тарихи паркында билдәле рәссамдар аталы-уллы Анатолий һәм Аркадий Холоповтарҙың берлектәге күргәҙмәһе асылды.

Күргәҙмә ике өлөштән тора. Анатолий Холопов совет дәүере рәссамы. Ул башлыса плакаттар яҙған, рәссам булараҡ китап сығарыу эшендә ҡатнашҡан. Күргәҙмәгә ҡуйылған плакаттарының күбеһе билдәле театрҙар менән хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе булып тора. Был залда улы Аркадийҙың эштәре- Православие руханиҙары һүрәтләндерелгән. Еванглие сюжеттарына ҡоролғандары ла күргәҙмәгә килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ебәк графикаһы техникаһында башҡарылған был эштәр башлыса Православ сиркәүе заказдары буйынса үтәлгән. Икона яҙыу оҫтаһы Аркадий Холоповтың әҫәрҙәре Ер шарының 60 -лап ғибәҙәтханаларында урын алған.

Иконалар яҙыу ҙур сәнғәт, был яуаплы шөғөлгә оҙаҡ өйрәнергә, оҫталығыңды шымартырға кәрәк, ул ҙур ғилем. Иконалар ижад итеүсе үҙе лә диндә булырға тейеш.

Фото №1 - Башҡортостан тарихи паркында Анатолий һәм Аркадий Холоповтарҙың күргәҙмәһе асылды

Гүзәл Борханова.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ