Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сибай ҡалаһында барған Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында «Инвестиция сәғәте» форматында республика Инвестиция комитетының күсмә ултырышын үткәрҙе.
Баймаҡ районында етештереүсәнлеге йылына 100 мең тонна булған сүп-сар эшкәртеү заводы төҙөү проекты тәҡдим ителде. Инвестиция күләме – 541 миллион һум. 100-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла. Районда вермикулит нигеҙендә ҡатнаш аҙыҡ сығарыу комплексы төҙөү буйынса проект та Инвестиция комитетының хуплауын алды.
«Байрамғол агрофирмаһы» һөт етештереүҙе йылына 17 мең тоннаға тиклем арттырырға йыйына. Был яңы 200 эш урыны булдырыу мөмкинлеге бирәсәк. Компания проектҡа 374 миллион һум аҡса һалырға әҙер.
«ДМС» сауҙа-етештереү холдингы Сибайҙа һөт тауарҙары етештереү буйынса завод төҙөргә, тәүлегенә 250 тонна һөт эшкәртергә һәм ҡоро һөт тауарҙары, ҡатнашмалар, һыйыр майы етештерергә планлаштыра. Холдинг был проектҡа 2,6 миллиард һум аҡса һалырға әҙер. Ҡул ҡуйылған тағы бер инвестиция килешеүенә ярашлы, Благовещен ҡалаһында күләме 100 мең тонна булған йәшелсә әҙерләү, һаҡлау һәм һатыу үҙәге төҙөләсәк. Был Өфө һәм яҡындағы райондар баҙарын урында етештерелгән йәшелсә менән тәьмин итеү мөмкинлеге бирә.





