Башҡортостанда Яҡтыкүлдә тәүге тапҡыр өс көнлөк «Самрау» һауала осоу фестивале уҙасаҡ. Төп саралар 21 февралгә ҡаралған: ун һауа шары Урал тауҙары аша осоп үтәсәк.
Фестивалде ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ҡурсаулы урындар буйлап хәрәкәт итәсәк маршруттың оҙонлоғо барлығы 170 саҡрымға етәсәк. Юл барышын фото һәм видеоға ла төшөрәсәктәр. Һауа сәйәхәтенә ете-һигеҙ сәғәт ваҡыт сарыф ителер тип фаразлана. Һәр экипаж составында пилот, фотограф, видеооператор, журналист йә блогер буласаҡ. Улар социаль селтәрҙәрҙә онлайн-трансляция алып барасаҡ.
«Беҙҙең төп маҡсат – Башҡортостандың туристик мөмкинлектәренә халыҡ иғтибарын йүнәлтеү. Шулай уҡ Урал тауҙары аша туристик һауа хәрәкәтенең киләсәккә уңайлы маршруттарын билдәләргә теләйбеҙ», – тип аңлатып үтте «Яҡтыкүл» санаторийының үҫеш бүлеге етәксеһе Салауат Нафиҡов.
Төп иғтибар, әлбиттә, хәүефһеҙлеккә йүнәлтелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтергә кәрәк. Аэростаттар юлдаш телефондар һәм трекерҙар, ғәҙәттән тыш хәлдәр ҡорамалдары менән йыһазландырылған.




