Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә торлаҡ түбәһе ишелеп төшкән

Был хәл Пекин урамындағы ике ҡатлы йортта теркәлгән.

Бәхеткә күрә, фатир хужалары зыян күрмәгән, балалар ҙаул ваҡытта өйҙәбулмағаны билдәле. Түбәнең ишелеп төшкәне хаҡында хаҡлы ялдағы ханым хәбәр итә. Фатир хужаһы әйтеүенсә, торлаҡ конструкцияһында етешһеҙлектәр күптән булған. Быға тиклем дә ҡыйыҡтан һыуағып йорт түбәһе саҡ торған.

Иң тәүҙә бәҙрәф яғында, аҙаҡ аш бүләмһендә түбә ишелә башланы. Ә бына балалар бүлмәһендә бындай осраҡ теркәлеүе - ҡурҡыныс хәл. Был ҡыйыҡ күптән йәшеләйеп, мүк менән ҡапланып бөткән ине.

Гүзәл Гәрәева, Пекин урамында 35-се һанлы йортта йәшәүсе

Түбә ишелеү эҙемтәләре ҡыҫҡа ваҡытта бөтөрөләсәк. Штукатурка яңынан һалынасаҡ. Күрше йорттарҙың түбәләрендә лә тикшереү ойошторола.

Татьяна Комарова, Орджоникидзе районы буйынса торлаҡ хужалығы идарылығының матбуғат бүлеге хеҙмәткәре
Фото №1 - Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә торлаҡ түбәһе ишелеп төшкән

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ