Республикала уҙған аҙнала 100 янғын булған, уларҙа ике кеше үлгән

Республикала уҙған аҙнала 100 янғын булған, уларҙа ике кеше үлгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, янғында һәләк булғандар һаны былтырғы менән сағыштырғанда 34 кешегә кәмегән. Комитет рәйесе Дәүләкән районында булған завод янғынына туҡталды.

Фото №1 - Республикала уҙған аҙнала 100 янғын булған, уларҙа ике кеше үлгән

Алты мең квадрат метр майҙанда тоҡанған ҡурҡыныс утты ваҡытында һүндерә алғандар, эштә 100-ҙән ашыу кеше һәм бер нисә тиҫтә берәмәк техника ҡатнашҡан.

Республикала уҙған аҙнала 100 янғын булған, уларҙа ике кеше үлгән

Уҙған аҙнала 68 юл-транспорт ваҡиғаһы булған.  75 кеше йәрәхәтләнгән,  туғыҙ кеше һәләк булған. Республикала иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәр менән көрәш дауам итә. Үткән аҙнала 304 кеше тотолған, шуларҙың 214-е – ял көндәренә тура килә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ