Өфөлә Шугуровка йылғаһы буйында һигеҙ йәшлек ҡыҙ баланың кәүҙәһе табылыуы тураһында үткән сығарылышта хәбәр иткәнек. Уға осраҡлы үтеп барыусылар юлыҡҡан. Фажиғә Курочкин тауы эргәһендә теркәлде.
Уйын майҙансығында быға тиклемге кеүек балалар күп түгел. Хәҙер бында ҡараусыһыҙ кескәйҙәрҙе ебәреүе лә хәүефле. Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәрҙе 8 йәшлек ҡыҙҙың үлем осрағы борсой. Яңыраҡ ҡына беҙҙең балалар менән йүгерешеп йөрөгән сабыйҙың хәҙер юҡ икәненә ышанып булмай, ти ата-әсәләр.
Ҡыҙҙы ихаталағы ата-әсәләр генә түгел, мәктәп директоры, уҡытыусылар ҙа тик яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлай. Тәртип һаҡлау органдарынан алынған мәғлүмәт буйынса, шәмбе көндөҙ ул дуҫтары менән уйнарға сығып киткәндән һуң өйөнә әйләнеп ҡайтмаған. Баланың әсәһе шунда уҡ полицияға хәбәр иткән. Яҡынса мәғлүмәт буйынса уйын мәлендә үҫмер малайҙар 8 йәшлек ҡыҙҙың йоҡо артерияһын быуған. Үлгән икәнлеген аңлағас, кәүҙәнән ҡотолоу өсөн йылғаға ташлаған.
Шомло урын. Ярҙам һорап ҡысҡырһаң да береһе лә ишетмәйәсәк. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, ҡыҙҙың кәүҙәһен ошо тирәлә Шугуровка йылғаһынан сығаралар. Был урында кешеләр күренмәй, ләкин шырлыҡ сүп-сар, торонбаш һәм ҡалдыҡтар менән тулы. Күрәһең, халыҡтың күпләп ял итеү урынына әйләнгән. Шулай уҡ бында уйынсыҡ һәм яһалма сәскәләр күренә. Баланың ғүмере тап ошо урында өҙөлөүе ихтимал.
Алдан билдәле булыуынса, 13 йәшлек үҫмер үҙ ғәйебен таныған. Ҡыҙҙың әсәһе тикшереү ваҡытына тәфтишселәр баланың кеҫә телефоны һәм алтын һырғаһын алғанын белдерҙе. Мәрхүмде ерләү иртәгә үтәсәк.
Тәфтиш комитеты идаралығында әле осраҡ буйынса енәйәт эше асылған. Тикшереү барышы хаҡында улар әлегә мәғлүмәт еткереүҙән баш тартты. Сәбәбе фажиғәле хәлдә бәлиғ булмағандарҙың ҡатнашлығы булыуы ихтимал.
Әлфинә Килдейәрова.




