Ул үҙ ғүмерен һәм ижадын мәғрифәткә,үҙ халҡының рухи байлығын күтәреүгә арнай.Ошо көндәрҙә Татарстан ҡунаҡтары Баймаҡ ерендә ғүмере өҙөлгән шағир һәм публицисты иҫкә алды.
Мирхәйҙәр Фәйзи ун дүрт йәшендә тәүге шиғырын, ә ун һигеҙендә тәүге комедияһын ижад итә. Ғәлиәбаныу музыкаль драмаһы иһә Мирхәйҙәр Фәйзинең бар талантын аса.Әҫәр 1917йылда сәхнәгә сығарыла,шул ваҡыттан алып ул профессиональ һәм халыҡ театрҙары сәхнәһенән төшмәй,әҙәбиәттең алтын фондына инә.
М.Фәйзи бюсы-скульптор Тамара Нечаева эше.Бюст матбуғат йорто алдында урын алған.Шағир иһә Ленин урамында ерләнгән.Татарстан премьер министры урынбаҫары Васил Шайхразиев Татар драматургының бюстына һәм ҡәберенә сәскә һалды.
Татарстан делегацияһы талантлы шағир һәм публицисты иҫтә алыу маҡсатында махсус рәүештә Баймакка килә.Бынан тыш улар эш сәфәре менән Магнитогорск һәм Сибай ҡалаларында була.
Зөлфиә Сафина.





