Ильяс Искәндәров Рәсәйҙең Габон республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе итеп тәғәйенләнде

Ильяс Искәндәров Рәсәйҙең Габон республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе итеп тәғәйенләнде

Ил Башлығы Владимир Путиндың ошо туралағы указы бар.

Фото №1 - Ильяс Искәндәров Рәсәйҙең Габон республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе итеп тәғәйенләнде

Ильяс Искәндәров 1965 йылда Күгәрсен районы Түбәнге Һаҙ ауылында тыуған. 1991 йылда Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлай. Ошо йылдан Сит ил эштәре министрлығында хеҙмәт юлын башлай. Ведомствоның Үҙәк аппаратында һәм бүтән дәүләттәрҙәге учреждениеларында эшләү тәжрибәһенә эйә.  Быға тиклем Рәсәйҙең Сүриә һәм Израиль илселектәрендә хеҙмәт иткән. 2014 йылдан әлегә тиклем Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Африкалағы Департаментында директор урынбаҫары булған. 1 класлы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсе дәрәжәһенә эйә. Француз, ғәрәп һәм инглиз телдәрен яҡшы белә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ