Бөгөн Башҡортостан Башлығы Ҡансура ер аҫты газ һаҡлағысы идаралығы менән танышты. Ул 1969 йылда булдырыла, газ сығарыу һәм һаҡлау менән шөғөлләнә. Предприятие газ транспорты системаһының өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итә. Ҡансура идаралығы газ күләме буйынса илдәге биш ер аҫты газ һаҡлағысы исемлегенә инә.
Әле Ҡансура-Муса ер аҫты газ һаҡлағысы комплексын реконструкциялау бара. “Бында модернизация буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Уны йыл аҙағына тиклем тамамлау бурысы ҡуйылған. Киләсәктә һаҡлағыста газды арттырыу, сәнәғәт хәүефһеҙлеген көсәйтеү мөмкинлеге булдырыла. Республика өсөн был бик мөһим”, - тип белдерҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
Башҡортостан башлығының эш сәфәре тураһында тулыраҡ мәғлүмәт яңылыҡтарҙың киләһе сығарылыштарында.





