Бөгөн иртән Өфө ихаталарының береһендә йәшәүселәр үҙҙәрен 90-сы йылдарға әйләнеп ҡайтҡандай хис иткән. Яңғыраған ҡорал тауышына бар күршеләр ҙә урамға йүгереп сыҡҡан. Баҡтиһәң, домофондарҙы хеҙмәтләндереүсе элекке ойошма хеҙмәткәрҙәре ишектәге ҡоролмаларҙы алмаштырырға тотонған. Әммә урындағы халыҡ «Строй Мастер домофондар» йәмғиәте менән артабан хеҙмәттәшлек итергә теләмәй. Шуға ла улар бер ай самаһы «Дом.ru» компанияһы менән яңы килешеү төҙөгән булған. Теманың дауамы киләһе репортажда.
Ҡара битлектәге был кеше «Строй Мастер домофондар» йәмғиәте вәкиле. Бөгөн иртән уның етәкселегендәге монтажсылар Өфөнөң Октябрь проспектында урынлашҡан 176-сы һанлы йорттоң домофондарын алмаштыра башлаған. Әммә ни өсөндөр хеҙмәткәрҙәр был хаҡта фатир хужаларын иҫкәртергә онотҡан. Халыҡ тауыш күтәрә башлағас, компания вәкиле кешеләрҙе ҡурҡытырға маташа. Бының өсөн ул травматик ҡоралдан бер нисә тапҡыр һауаға ата.
«Строй Мастер домофондар» йәмғиәте Октябрь проспектындағы йортто беренсе йыл ғына хеҙмәтләндермәй. Ай һайын һәр фатирҙан 30 һум йыйылыуға ҡарамаҫтан, компания вәкилдәре иҫкергән ҡорамалдарҙы яңыртырға уйламай. Шуға ла хужалар бер ай самаһы элек «Дом.ru» компанияһы менән килешеү төҙөгән. Һөҙөмтәлә ишектәргә видеокамералар менән йыһазландырылған заманса домофондар беркетелә.
Милекселәрҙең был хыянаты элекке хеҙмәтләндереүсе ойошма вәкилдәренә оҡшап етмәй. Шуға ла бөгөн улар ишектәргә үҙҙәренең элемтә ҡоролмаларын урынлаштыра башлаған. Ләкин хужалар шул уҡ заманса домофондар ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, был компания менән башҡа хеҙмәттәшлек итергә теләмәй. «Дом.ру» ойошмаһы вәкилдәре иһә үҙ сиратында был проблема хоҡуҡи нигеҙҙә хәл ителер тип ышана.
Әлеге ваҡытта «Дом.ру» компанияһы домофондарҙың юғалыу осрағы буйынса полицияға ғариза яҙған. Осраҡ буйынса хоҡуҡ органдары тикшереү башлаған.
И.Байбулатов.




