2023 йылға Башҡортостанда алданған өлөшсөләр булырға тейеш түгел

Был турала республика башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш сәғәте форматында үткән кәңәшмәлә белдерҙе. 2019 йылғы килешеү нигеҙендә Өлөшсөләр хоҡуғын яҡлау буйынса федераль фондта төҙөлөшө тамамланмаған 16 объект буйынса мөрәжәғәттәр ҡарала. Иглин ауылындағы 5 йортто сафҡа индереү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылған.

Өфөләге «Регионстройкомплекс» йәмғиәте нигеҙ һалған ике йортта ла эштәрҙе теүәлләү буйынса йөкләмә  алынған. «Стройиндустрия», «БашЛСТК» һәм «Ишембайжилстрой» йәмғиәттәренең 9 йортондағы өлөшсөләргә аҡсалата компенсация түләнә. Фондтың күҙәтеү советы ҡалған объекттар буйынса ҡарарҙы ла оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ниәтләй.

Фото №1 - 2023 йылға Башҡортостанда алданған өлөшсөләр булырға тейеш түгел

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ