Ил Президенты Указына ярашлы, Ильяс Искәндәров Рәсәйҙең Габон республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле тип тәғәйенләнгән. Быға тиклем яҡташыбыҙ Рәсәй сит ил эштәре министрлығының Африка департаменты директоры урынбаҫары булып эшләгән.
Ильяс Фәрғәт улы Күгәрсен районы Түбәнге Һаҙ ауылында тыуған. 1991 йылда Мәскәү дәүләт халыҡ-ара бәйләнештәр институтын тамамлаған. Ведомствола сирек быуаттан ашыу эшләй. Быйыл июндә ул Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы кесе илсеһе дәрәжәһен алған.
Гөлназ Хәйбуллина.




