Киң билдәле «Вне зоны» телевизион проекты авторҙары Башҡортостан тураһында тапшырыу төшөрә

Квадрациклдарҙа сәйәхәт итеүсе ижади төркөм 5 көн дауамында республика тәбиғәте менән таныша. Әүҙем ял сәғәттәрен үҙ итеүсе проект ҡатнашыусылары палаткаларҙа йоҡлап, көндөҙ экстремаль шарттарҙа Башҡортостан биләмәһен иңләй. Квадрациклдарҙа йөрөүсе төркөмгә башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе тамашасылар ҙа ҡушыла. «Вне зоны» телевизион проекты яҙмалары илдең 175 каналында күрһәтелә.

Беҙҙең проектты яратып ҡараған тамашасылар араһында сәйәхәт ойоштороуға конкурс иғлан иттек. 15-ләп ғариза килер тип өмөтләнгәйнек. Әммә өс йөҙҙән ашыу заявка теркәлгәс, конкурс шарттарын ҡатмарлаштырып, сәйәхәткә өҫтәмә квадрациклдар йәлеп иттек. Ижади төркөмгә 30 тамашасы  ҡушылды.

Максим Кевлов, «Вне зоны» телевизион проекты етәксеһе /Санкт-петербург/

«Вне зоны» проектын әҙерләүсе төркөм май айынан алып октябргә тиклем төрлө төбәктәрҙә буласаҡ. Артабан уларТүбәнге Новгород, Һамар, Өфө маршруттарын өйрәнеп сентябрҙә Хакасияға юл тотмаҡсы. Беҙҙәге маршрутҡа Ярославлдән һәүәҫкәр мотоциклист та ҡушыла. Әүҙем ял сәғәттәрен яҡын күргән уҙаман мотоциклда Европа, Америка һәм башҡа ҡитғаларҙы йөрөп сыҡҡан.

Урал яҡтарын, Башҡортостанды күреп иҫем китте. Һоҡланып ҡарарлыҡ урындар байтаҡ. Ҙур булмаған ауылдарҙы үттек. Урынлағы халыҡтың гармун моңона, йырҙары, һәм ҡунаҡсыл булыуынан хайран ҡалдым.

Евгений Блюднов, телевизион проектта ҡатнашыусы/Ярославль/
Фото №1 - Киң билдәле «Вне зоны» телевизион проекты авторҙары Башҡортостан тураһында тапшырыу төшөрә
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ