Өфөлә үҫмерҙәр пенсионерҙың машинаһын алып киткән

Өфөлә үҫмерҙәр пенсионерҙың машинаһын алып киткән

73 йәшлек ир был турала полицияға хәбәр иткән. Ул автомобилен төнгөлөккә подъезд алдында ҡалдырған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы патруле машинаны баш ҡаланың Вологда урамында күреп ҡала.

Фото №1 - Өфөлә үҫмерҙәр пенсионерҙың машинаһын алып киткән

Инспекторҙарға автомобилде ҡыуып туҡтатырға тура килә. Салонда бер нисә тапҡыр хөкөм язаһына тарттырылған йәштәр ултырыуы асыҡлана. Ҡулға алыныусыларҙың береһенә 16, икенсеһенә 17 йәш. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ