Баҡалы районынан 45 йәшлек Рәмил Инсафетдинов эш урынында ауыр йәрәхәтләнә. Башҡортостанға ҡайтыу менән ирҙең ғаиләһе ҡуртымға алынған йортта йәшәргә мәжбүр. Ауыр тормош хәлендә ҡалыусылар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Тупһанан үтеү айырыуса ҡыйын, үҙаллы инеүе бөтөнләй мөмкин түгел. Ишек эргәһендә гел ҡултыҡ таяғы тора. Ярай әле ғаиләм һәм балаларым бар тип йыуата үҙен 45 йәшлек Рәмил Инсафетдинов.
Күп балалы ғаилә үҙ йортон төҙөй башлай. Уны эшләп бөтөргә финанс ҡытлыҡ килеп сыҡҡас февралдә ғаилә башлығы вахта менән Себергә сығып китә. Рәмил Инсафетдинов эш урынында бәләгә тарый. Һигеҙ метр бейеклектән ҡолап төшкән ирҙең һул ҡулына ампутация, уң ҡулы менән таз һөйәгенә ҡатмарлы операция эшләнә. Бер ҡулһыҙ һәм төрлө йәрәхәттәр менән пациент Нефтеюгансктан Башҡортостанға күсерелә. Оҙайлы реабилитация үткәндән һуң ул йәнә өйөнә ҡайта. Ләкин ете кешенән торған ғаиләгә бәләкәй йортта йәшәүе ауырлаша. Шуға күрә Баҡалыла ҡуртымға алынған өйгә күсәләр.
Билдәле булыуынса, киҫкен хәлде һаулыҡ һаҡлау министрлығы, район хакимиәте контролгә ала һәм төрлө яҡтан ярҙам итә. Күп бала һәм мөмкинлектәре сикләнгән сабый тәрбиәләүсе булараҡ ғаилә Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сертификат алыу өсөн сиратҡа тора.
Былтыр йәй үҙ участкаһында Рәмил яңы йортҡа нигеҙ һала, стеналарын күтәрә башлай. Барлыҡ эштәрҙе йүнсел бер үҙе башҡара.
Иркен һәм киң торлаҡ тураһында хыялдар бер көн эсендә юҡҡа сыға. Хәҙер иһә, кирбес күтәреү түгел яңғыҙын ҡалдырыуы ла хәүефле, тип зарлана зыян күреүсенең тормош иптәше.
8 (927) 309-34-84
Тормош йөгөн бер үҙе тартҡан Алёна мәрхәмәтле кешеләрҙән төҙөлөштө тамамлауҙа ярҙам күрһәтеүҙе үтенә. Инсафетдиновтар ғаиләһенә ярҙам итергә теләүселәр экрандағы телефон һандары буйынса шылтырата ала.
Әлфинә Килдейәрова




