Бөгөн эшселәр биләмә тротуарҙарын яңыртыу, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ һалыу менән мәшғүл. Юл оҙонлоғо 1200 метр тәшкил итәсәк. Яҡын көндәрҙә ҡырсынташ түшәлеп бөтөү менән асфальт йәйеләсәк.
Төҙөкләндереү эштәре бер-нисә этапта башҡарылыр тип көтөлә. Быйыл инфраструктура тулыһынса яңыртылғас, киләһе йылға сәхнә һәм арт-объект төҙөү ҡаралған. Велосипедта йөрөүселәр өсөн парктан Сулман йылғаһына тиклем махсус һуҡмаҡ һалыу планлаштырылған.
Азат Ғәлиуллин.




